Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2019, 13:46

Белем биреү учреждениеларын төҙөкләндерергә 9,8 миллиард аҡса кәрәк

Республикабыҙҙа 50 белем биреү учреждениеһы иҫке хәлдә, шуларҙың 12-һе – балалар баҡсаһы, 19-ы – мәктәп һәм 19-ы – балалар баҡсаһы менән мәктәп берләштерелгән объекттар.

Республикабыҙҙа 50 белем биреү учреждениеһы иҫке хәлдә, шуларҙың 12-һе – балалар баҡсаһы, 19-ы – мәктәп һәм 19-ы – балалар баҡсаһы менән мәктәп берләштерелгән объекттар. Мәғариф министрлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, авария хәлендәге биналарҙы төҙөкләндереү өсөн 2019 – 2021 йылдарҙа 9,8 миллиард аҡса талап ителә. Был, талаптарға ярашлы, 2 меңдән ашыу кескәйҙәргә һәм 5,5 мең уҡыусылар урындар буласаҡ.

Тағы 169 белем биреү учреждениеһы төҙөү өсөн 87 миллиардтан да кәм булмаған аҡса талап ителә. Улар – 75 урынлы 104 мәктәп һәм 16 мең урынлы 65 балалар баҡсаһы. Демографик ихтыяж, ике сменалы уҡытыу һәм сираттарҙы иҫәпкә алғанда, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Иглин, Туймазы райондарында иң беренсе йәһәттә балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөләсәк.
Читайте нас: