Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2019, 14:46

Һаҡ булығыҙ: янғын!

Бөгөн – Янғын һүндереүселәр көнө. Нәҡ 30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.

Бөгөн – Янғын һүндереүселәр көнө. Нәҡ 30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Быйыл теге йәки был төбәктә ут сығыу осраҡтары бигерәк йыш күҙәтелә. Йылдың тәүге өс айында ғына 95 кеше янғында һәләк булған! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгәндә, электр сымдарын ваҡытында тикшереп, яңыртып торғанда был тиклем фажиғә булмаҫ та ине, бәлки.

Махсус режим 13 майға тиклем дауам итәсәк. Йәғни ауыл-ҡала яндарында, баҡсаларҙа усаҡ яғыу тыйыла. Сүп-сарҙы, ҡоро үләндәрҙе тоҡтарға, контейнерҙарға йыйырға кәрәк. Урманға яҡын урындарҙа,торф ятҡылығы өҫтөндә, сүп-сар, ағас һәм башҡа яна торған материалдар янында ла усаҡ яғырға ярамай.

Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн граждандарға – 4 мең, етәкселәргә – 30 – 60 мең, ойошмаларға 400 меңгә тиклем штраф ҡаралған.
Читайте нас: