Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2019, 14:32

Аҡсаны бушҡа таратмайҙар

Башҡортостандың 3 ҡалаһы федераль ҡаҙнанан парктарын төҙөкләндереү өсөн аҡса аласаҡ: Ишембай, Бөрө, Белорет.

Башҡортостандың 3 ҡалаһы федераль ҡаҙнанан парктарын төҙөкләндереү өсөн аҡса аласаҡ: Ишембай, Бөрө, Белорет. Улар «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ерҙәр» Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмә ваҡытында белдерҙе. Шулай итеп, был ҡалаларға, республиканан бүленгән аҡсаны ла иҫәпкә әлеге, 100 – 150 миллион һум бүленәсәк. Бик шәп! Әйткәндәй, үткән йылдарҙа республика был бүләкте алмаған икән. Шулай инде, ул тиклем аҡсаны былай ғына таратмайҙар бит. Тимәк, шундай конкурс барлығын белергә, ҡатнашырға, тырышырға, юлларға, йүнләргә кәрәк.
Читайте нас: