Республикабыҙ халҡы «Еңеү диктанты» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһында ҡатнаша ала. Ул бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тарихи хәтер» проекты башланғысы менән ойошторола. Барлығы 12 майҙансыҡ эшләйәсәк. Баш ҡалабыҙҙа диктантты БДУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ-ла яҙырға мөмкин. Яҙма эш бөткәс, Бөйөк Ватан һуғышына арналған онлайн-тест та үткәрелә. Ҡатнашырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәт менән диктантпобеды.рф сайтында таныша ала.