Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2019, 15:48

Ә һин парадҡа бараһыңмы?

– Һеҙ Еңеү парадына бараһығыҙмы? Беҙҙең синыфҡа мотлаҡ, тип әйттеләр.

– Һеҙ Еңеү парадына бараһығыҙмы? Беҙҙең синыфҡа мотлаҡ, тип әйттеләр.

Танышым шулай тип белдергәс, аптырап киттем. Юҡ, беҙҙең балаларға ундай күрһәтмә бирелмәне былай. Әммә «Үлемһеҙ полк» тураһында, әлбиттә, әйткәндәр. Эйе, ветеран олатайҙың портретын тотоп, парадта үтеү – үҙе бер ғорурлыҡ ул, ысынлап та. Әйткәндәй, Өфө ҡала хакимиәтендә был акцияла ҡатнашыу һәр кемдең үҙ ихтыярында, тип белдерҙеләр. Балалар атай-әсәйҙәре йәки мәктәп менән айырым да парадҡа килә ала. Ә сарала ҡатнашырға теләгән уҡыусылар өсөн белем усаҡтарына махсус автобустар бүленәсәк икән. Бушлай бараһың һәм ҡайтаһың.

Былтыр «Үлемһеҙ полк» акцияһында 100 мең кеше ҡатнашҡайны, быйыл да шунан кәм булмаҫ, тип көтөлә.
Читайте нас: