Баш ҡалабыҙҙың «Ҡунаҡһарай» комплексы майҙансығында тәүге тапҡыр хәҙерге башҡорт музыкаһына арналған үҙенсәлекле фестиваль үтәсәк. Ул «Мин башҡортса һөйләшәм» тип атала. Был көндө интернет селтәрендә тауыш юлы менән һайлап алынған сәхнә йондоҙҙары, йәш музыканттар сығыш яһаясаҡ. Унан тыш, башҡорт милли кейемдәре, ҡул эштәре, аш-һыу ризыҡтарынан күргәҙмә лә ойошторолоу ҡаралған.