Өфөбөҙҙәге Ленин майҙанында фонтан-сәғәтте төҙөү эштәре тамамланыуға табан бара. Уны вандализм осраҡтарынан ҡурсалау өсөн видеокүҙәтеү системаһы ла ҡуйыласаҡ. Сәғәт циферблаттарын хәтерләткән фонтан Ҡала көнөндә – 12 июндә асыласаҡ. Баш ҡалаға йәйге каникулға ҡунаҡҡа килһәгеҙ, күрмәй ҡалмағыҙ.