Сочиҙа уҙған Төнгө хоккей лигаһының Гала-матчында Рәсәй президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Ул «Хоккей легендалары» командаһында уйнап, «Төнгө лига йондоҙҙары»на туғыҙ гол индереүгә өлгәште. Путин менән бергә Оборона министры Сергей Шойгу, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең данлыҡлы хоккей ветерандары ине. Уйын 14:7 иҫәбе – президент командаһы еңеүе менән тамамланды.