Быйыл «Көмөш Аҡбуҙат»тың йүнәлеше саҡ ҡына икенсерәк: конкурс программаһында социаль, мотивацион һәм милли, этник фильмдар күрһәтеләсәк. Конкурстан тыш, һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт, Рәсәй һәм сит ил киноларын күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ кино сәнғәте буйынса күренекле эшмәкәрҙәр менән осрашыуҙар, "Түңәрәк өҫтәлдәр", күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.