Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев әйтеүенсә, ул ҡыҙыҡлы геологик объекттары булған Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондарын биләйәсәк. Геопарк проекты 2020 йылдың көҙөнә әҙер буласаҡ буласаҡ, ул 4389 километр квадрат ерҙе үҙ эсенә аласаҡ. Артабан Халыҡ-ара статус алыу өсөн «Торатау»ҙы ЮНЕСКО эгидаһы исемлегенә индереү тураһында ғариза биреләсәк. Әлеге ваҡытта тәүге башҡорт геопаркы «Янғантау» ошо процедураны үтә.