Бөтә яңылыҡтар
14 Май 2019, 18:52

Велосипед оторға теләйһегеҙме?

Улайһа Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө һәм Бөтә Рәсәй «Ышаныс балансы» акцияһы менән бәйле үткән конкурста ҡатнашығыҙ.

Сара 17 майға тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн һеҙгә социаль селтәрҙәрҙең береһендә үҙегеҙ менән булған тарихты яҙырға, йәғни нисек берәй ауыр хәлдән сығыу юлын табыуығыҙ, кем ярҙам итеүе тураһында һөйләргә кәрәк. Яҙманы велосипедта йөрөгәндә төшкән фотоғыҙ һәм #балансдоверия8-800-2000-122 хэштегы менән тамамларға кәрәк. Еңеүсе исеме 17 майҙа тура эфирҙа яңғыраясаҡ. Telefon-doveriya сайтында Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә ҡарарға мөмкин. Дуҫтар, һорауҙарығыҙ булһа, тәүлек әйләнәһенә Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефонына шылтыратығыҙ. Тәжрибәле белгестәр һеҙҙе борсоған мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Шылтыратыу аноним, конфиденциаллек һаҡлана.


Читайте нас: