«Торатау» конгресс-холы янында уҙасаҡ сараны артабан Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны дауам итә. Унда Башҡортостан исеменән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле һәм «Zainetdin» этно-шоу проекты ҡатнаша. Тәүге көн «Этнотөн» менән тамамланасаҡ.
Фестивалдең икенсе көнө симвоник музыкаға арнала. Был көндө «Евразия йөрәге»нең Беренсе балы ла уҙғарыласаҡ. Уның нисек һәм ниндәй рәүештә үткәрелеүе әлегә сер итеп һаҡлана.
14 июндә республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланған «Алға, Башҡортостан!» исемле концерт була. Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һәм алдынғы коллективтары, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм донъяла танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ сығыш яһай.
Фестиваль 15 июндә Гала-концерт һәм сағыу фейерверк менән ябыласаҡ. #нацпроекты