Бөтә яңылыҡтар
17 Май 2019, 15:28

Егеттәр хеҙмәткә әҙерләнә

Ҡубыяҙ ауылы мәктәбендә тотош Асҡын районының X синыф егеттәре йыйылды. Улар бында биш көн буйына хәрби йыйын үткәрә.

Курстың темаһы – “Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре”. Үҫмерҙәр белем усағында күнекмәләр үткәрәсәктәр. Бынан тыш, Шишмә районының Алкин ауылында урынлашҡан 63494 ғәскәри часҡа барып, ҡорал менән эш итергә лә өйрәнәләр. Әрме хаҡында тулыһынса үҙ күҙҙәре менән күреп, бик күп мәғлүмәт белеп ҡайтасаҡтар.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин әйтеүенсә, бындай йыйындар йыл да уҙғарыла, иң мөһиме – егеттәрҙең әрмегә барырға теләге көслө. Шөкөр, шулай булһын, һуңғы йылдарҙа хеҙмәт итеүселәрҙең даны арта бара.


Читайте нас: