Бөтә яңылыҡтар
21 Май 2019, 14:56

Һәләтлеләр слёты үтә

Баш ҡалабыҙҙың Өфө ҡала хакимиәтендә һәләтле балаларҙың слёты үтәсәк. Ул 23 майға тәғәйенләнгән.

Республика, Бөтә Рәсәй олимпиадаларының йомғаҡлау этаптары, милли-төбәк компоненты фәндәре буйынса бәйгеләр еңеүселәре, призёрҙар, шулай уҡ «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатында призлы урын алыусылар бүләкләнәсәк.

Әйткәндәй, 2018/19 уҡыу йылында 23 дөйөм белем биреү фәне буйынса олимпиадаларҙа баш ҡалабыҙҙан 65 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашып, төбәк этапта 28 еңеүсе һәм 271 призёр булған. Ә Бөтә Рәсәй йомғаҡлау этабында Өфөнән 12 уҡыусы иң-иңдәр рәтенә ингән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала 14 уҡыусы еңеүсе һәм призёр исемен яулаған.
Читайте нас: