Картинаның режиссёры – Александр Галибин. Төп ролдәрҙе Марта Тимофеева һәм Арслан Крымчурин башҡара. Фильм Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим фонды ярҙамында төшөргән.