Бөтә яңылыҡтар
23 Май 2019, 13:12

Аутизмдан яфаланған балалар өсөн төркөм булдырылды

Баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр аутизмдан яфаланған балалар өсөн төркөм барлыҡҡа килде.

Бындай яңылыҡты Өфөнөң 233-сө балалар баҡсаһында индерҙеләр. Унда бөгөн 5 бала шөғөлләнә, һәр береһенә педагог та беркетелгән. Был проект Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы һәм «Таң» ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: