Унда балалар баҡсаһында урыны булмаған, йәш ярымдан 3 йәшкәсә балалары булған ғаиләләр ҡатнашып, 6 меңлек сертификат аласаҡ. Уларҙы тапшырыу 1 сентябрҙән башлана. Был иһә үҙ йәһәтендә ата-әсәгә балаһын шәхси балалар баҡсаһына урынлаштырып, сертификат менән түләү мөмкинлеген булдыра.
Проект уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта бындай сертификаттарҙы бөтә республика буйынса ла бирәсәктәр. Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы төбәк проекты өсөн мәғариф министрлығы яуаплы. Тейешле аҡсалар республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк.