Йыл һайын 1 миллион 500 өлкән кеше һәм 650 мең ҡалҡан биҙе менән сирләүсе бала махсус эндокринологик ярҙамға мохтаж. Йод етешмәү арҡаһында яман шеш ауырыуы килеп сығыу ихтималлығы арта. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы аш тоҙон йод менән байытырға һәм бындай тоҙҙо аҙыҡ-түлек әҙерләүгә ҡулланырға ла тәҡдим итә. Бындай ҡанундар проекты тамамланған да инде, 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.