Иң оҙон, иң күңелле йәйге каникул да башлана. Бер яҡтан шәп, әммә икенсе яҡтан ҡарағанда, уҡыусылар, һеҙҙең буш ваҡытығыҙ күбәйә һәм көндәрегеҙ тик файҙалы шөғөлдәр менән генә үтһен ине.
Республикала 1 июндән 1 июлгә тиклем наркоманияға ҡаршы һәм сәләмәт йәшәүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән айлыҡ иғлан ителә. Маҡсаты, әлбиттә, халыҡты тағы бер тапҡыр ошо заман афәте тураһында иҫкәртеү һәм күмәкләп уға ҡаршы торорға саҡырыу. Айлыҡ барышында төрлө профилактик саралар, рейдтар ойоштороласаҡ.
Дуҫтар, йәйегеҙ матур үтһен. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, бергәләп төрлө уйындар уйнағыҙ. Насар уйлы, наркотик һатып кеҫә ҡалынайтыусы әҙәмдәр наркоманияға ылыҡтырыу өсөн ҡорбандар эҙләп кенә йөрөй. Һаҡ булығыҙ! Был афәткә күмәкләп ҡаршы торғанда ғына уны еңергә мөмкин.