Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2019, 17:03

"Сәләмәт быуын - көслө төбәк"

29 – 31 майҙа 5-се республика спорт йүнәлешле интернат-мәктәбенең спорт комплексында IV синыф уҡыусылары араһында ГТО буйынса Республика спартакиадаһы үтә.

29 – 31 майҙа 5-се республика спорт йүнәлешле интернат-мәктәбенең спорт комплексында IV синыф уҡыусылары араһында ГТО буйынса Республика спартакиадаһы үтә. Ул «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» спорт-мәғариф проекты сиктәрендә ойошторола. Маҡсаты, әлбиттә, сәләмәт тормошто пропагандалау, уҡыусылар араһында киң күләмле спортты үҫтереү, спорт төрө буйынса махсуслашыуҙа балаларға ярҙам итеү.
Проект 2015 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Ул саҡта 7 мәғариф учреждениеһынан 152 ҡатнашыусы булды. Хәҙер был ҙур сараға республиканың төрлө төбәктәренән 144 белем усағынан 4 мең 741 кеше ҡушылды. ГТО нормаларын үтәүселәрҙең артыуы ҡыуаныслы күренеш.

Читайте нас: