Һәр өҙөлгән бала ғүмере өсөн йөрәк әрней. Юлдарҙа күпме фажиғәле һәләк булалар?! Алла һаҡлаһын. Бына бөгөн иртән дә 9 йәшлек кенә велосипедсының ғүмере өҙөлгән. Светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барғанда Nissan X Trail автомобиле тапатҡан… Руль артында ҡатын-ҡыҙ булған. Уҡыусы "Тиҙ ярҙам" машинаһы килеп еткәнсе йән биргән… Эй, Хоҙай, яҡындарына түҙемлек бир.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар, һаҡ булығыҙ, зинһар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә аяҡ аҫтында. Һин юл аша ҡағиҙә буйынса сығырһың да ул, водителдәр араһында хатта йәйәүлеләр өсөн янған йәшел утҡа ла туҡтамаусылар, һанға һуҡмаусылар етерлек шул.