Өфөлә шәп, иң ҙур бассейн барлыҡҡа килде. Александр Попов академияһы 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына Спорт әҙерлеге үҙәгендә дүрт бассейн йыһазландырҙы. Халыҡ-ара стандарттарға тап килгән 50-метрлыҡ, 25-метрлыҡ һәм ике балалар бассейны Myrtha Pools заманса технологияһын ҡулланып эшләнгән.
«Уйындарҙың генераль секретары Ричард Смит Башҡортостанға эш сәфәре менән килгәнендә, спорт үҙәгенең әҙерлеген юғары баһаланы», — тип иҫкә төшөрҙөләр Александр Попов академияһының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 9 — 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара Олимпия комитеты булышлығында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Ярыштарҙа донъяның 30 иленән һәм 84 ҡалаһынан 1207 спортсы ҡатнашасаҡ.