«Тамыр» телеканалының бер юлы ике эше «ТЭФИ-Kids 2019» Рәсәй милли телевизион премияһының финалына сыҡты. «Тау-тау хәбәр» проекты «Балалар өсөн аҙналыҡ мәғлүмәт программаһы» номинацияһында өс финалсы иҫәбенә инде. Ул «Карусель» федераль каналының «Навигатор. Яңылыҡтар» һәм «Хәйерле иртә, кескәйҙәр!» тапшырыуҙары менән ярыша.
«Тамыр»ҙың «Геройҙар беҙҙең арала» фильмы — «Телевизион фильм. Балалар өсөн сериал» номинацияһында көслөләр иҫәбендә. Башҡорт документаль фильмының дәғүәселәре — беренсе каналдың «Яңы йыл Ералашы» һәм «Рәсәй–1» каналының «Һуңғы батыр»ы.
– Мин «Тамыр»ҙың шәп командаһын ҡотлайым, — ти «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Федераль каналдар менән бер компанияла көслөләр иҫәбендә булыу — бик яҡшы һөҙөмтә. Беҙ «Тамыр»ҙа балалар тапшырыуҙарын һәр беребеҙ тырышып, ҙур һөйөү һәм яуаплылыҡ менән әҙерләйбеҙ. Режиссёр Адель Һөнәрғолова, мөхәррир Татьяна Никитина, монтажёр Шамил Хәмитов, оператор Руслан Бикбаев һәм «Тау-тау хәбәр»ҙең татыу командаһы — беренсе «ТЭФИ-Kids 2019» премияһының «Көмөш дипломдар»ына эйә. Ләкин беҙ «алтын»ға өмөтләнәбеҙ.
Ҡотлайбыҙ! Гел шулай ҡыуандырып тороғоҙ!