Бөтә яңылыҡтар
30 Май 2019, 17:04

Владимир Путинға орден тапшырҙылар

Рәсәй Президенты Ҡаҙағстандағы Евразия иҡтисади берлегенең юғары советы ултырышында ҡатнашты.

Рәсәй Президенты Ҡаҙағстандағы Евразия иҡтисади берлегенең юғары советы ултырышында ҡатнашты. Ул ойошманың биш йыллығына арналғайны.
Беләһегеҙҙер, Нурсолтан Назарбаев оҙаҡ йылдар Ҡаҙағстанды етәкләне. Ул хаҡлы ялға киткәс, баш ҡаланы Нур-Солтан тип үҙгәрттеләр.
Осрашыуҙа Ҡаҙағстандың элекке Президенты Владимир Путинға ЕАЭС-ты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, Нурсолтан Назарбаев ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өлгөлө тип баһаланы. Ул шулай уҡ Владимир Путинға Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә айырым өлөш индергәне өсөн “Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе Президенты – милләт лидеры Нурсолтан Назарбаев” орденын тапшырҙы.

Читайте нас: