Бөтә яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 11:14

Борайҙа яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

«Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһына ярашлы, Борай районының Борай ауылында 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә.

«Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһына ярашлы, Борай районының Борай ауылында 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә. Уның дөйөм майҙаны — 1 мең 400 квадрат метрҙан ашыу. Әле ҡыйыҡ ябыу, бинаның эсен биҙәкләү эштәре алып барыла. Милли проект сиктәрендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөү 2018 йылдың июнендә башланып, быйыл август айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Читайте нас: