Бөрйән районына эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбделмәмбәт мәктәбе менән дә яҡындан танышты. Был ябай белем усағы күптәргә өлгө булырлыҡ. Үҙҙәренең робототехника студияһы, хоккей, бейсбол майҙансығы бар. Йәнең теләгән спорт секцияһы һәм түңәрәк эшләй. Уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурс, ярыштарҙа һынатмай.
Директор әйтеүенсә, әлеге ваҡытта мәктәпкә газ үткәреү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Юғиһә ул һаман утын яғып йылытыла. Шулай уҡ спорт яғынан алдынғы мәктәпкә спорт комплексы төҙөү ҙә һәйбәт булыр ине. Радий Хәбиров әбделмәмбәттәргә был мәсьәләне ныҡлап өйрәнеп, тәҡдимдәрен еткерергә ҡушты.