Өфө районының Шамонин ауылында дәррәү, дуҫ халыҡ йәшәй. 2 июндә ял паркында бик матур балалар һабантуйы ойошторҙолар. Балалар ҙа һәләтле, рухлы икәндәрен күрһәтте: спорт ярыштарында ла һынатманылар, сәхнәнән башҡорт телендә яңғыраған шиғырҙар ҙа бик шәп булды. Тәмлекәстәр менән һыйланырға ла, батутта һикерергә лә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға ла мөмкин ине. Балаларға ла, атай-әсәйҙәргә лә халыҡ байрамы бик оҡшаны.