Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2019, 19:04

Яман сиргә ҡаршы

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса республикала онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш өсөн 1 миллиард 800 миллион һумдан күберәк аҡса бүленә.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса республикала онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш өсөн 1 миллиард 800 миллион һумдан күберәк аҡса бүленә. Шуның 651 миллион һумы – Башҡортостан ҡаҙнаһынан. Аҡса ошо йүнәлештәге медицина учреждениеларын яңынан йыһазландырыуға тотоноласаҡ. Шулай уҡ быйыл яман шеш ауырыуҙары менән көрәш буйынса төбәк программаһы әҙерләнергә һәм Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында 4 онкология ярҙамы үҙәге эшләй башларға тейеш.

Республика онкология диспансеры, өс медицина ойошмаһы диагностикалау һәм дауалау медицина ҡорамалы менән йыһазландырыласаҡ, махсус техника һатып алынасаҡ.



Читайте нас: