Республикала балалар йорттары әҙәйһә лә, бар әле. Уларҙа күберәк социаль етемдәр йәшәй. Эйе, балалар йорттары-нан тәрбиәләнеүселәр тормошҡа әҙерлекһеҙ сыға, тибеҙ. Әммә һуңғы ваҡытта был мәсьәләгә иғтибар бүленә башланы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортонда асылған «Кулинария» бүлмәһе лә балаларға бешеренеү серҙәренә өйрәнеү өсөн бик һәйбәт булыр. Бында газ плитәһе, һыуытҡыс һәм аш-һыу бүлмәһе өсөн кәрәкле бөтә йыһаздар, әйберҙәр бар.