Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 11:29

Бер кино залына 5 миллион һум бүленә

Йыл һайын республикабыҙҙың район үҙәктәрендә һәм бәләкәй ҡалаларында 2 кино залы асыласаҡ.

Йыл һайын республикабыҙҙың район үҙәктәрендә һәм бәләкәй ҡалаларында 2 кино залы асыласаҡ. Уларҙы «Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыу көтөлә. Ҡоролмалар алыр өсөн кино фонды йүнәлеше буйынса бер залға 5 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡта Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 20-нән ашыу заманса кино залы бар. Был күрһәткес буйынса Рәсәй кимәлендә төбәгебеҙ иң яҡшы бишәү исемлегенә инә.

Читайте нас: