Дуҫтар, «Республика намыҫы өсөн!» фестиваль-конкурсына үҙе йәшәгән төбәктең шәп замандаштарын һәр кем тәҡдим итә ала. Анкеталар район һәм ҡалаларға ебәрелгән дә инде. Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең рәсми сайтында ла урынлаштырылған, иң абруйлы, тыуған яғығыҙҙың ғорурлығы булырҙай яҡташығыҙҙы тәҡдим итегеҙ.
bashkortostan.er.ru сайтына инеп, сараның шарттары менән яҡындан таныша алаһығыҙ. Республика фестиваль-конкурсының бүләкләү тантанаһы 25 октябрҙә «Башҡортостан» концерт залында уҙасаҡ.