Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 19:44

Секцияға түләүҙең 13 процентын ал

Рәсәй Президенты Указы менән 2018 – 2027 йылдар илдә «Бала саҡ ун йыллығы» тип иғлан ителгәйне.

Рәсәй Президенты Указы менән 2018 – 2027 йылдар илдә «Бала саҡ ун йыллығы» тип иғлан ителгәйне. Уның мөһим йүнәлештәренең береһе тип физкультура һәм спортты үҫтереү билдәләнде. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә күп секциялар түләүле. Шуға ла «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре спорт секцияларына һәм клубтарға түләнгән хаҡтың 13 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлеге тураһындағы тәҡдим менән Рәсәй Федерацияһы финанс министрлығына мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, балалар өсөн алынған спорт инвентарҙәренең хаҡының да 13 процентын кире ҡайтарыуҙы ҡарарға кәрәк, ти партияның «Көслө ғаилә» проектын тормошҡа ашырыусылар.

Һәйбәт яңылыҡ. Атай-әсәйҙәргә финанс яғынан әҙ булһа ла ярҙам булыр ине. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыуға ыңғай тәьҫир итәсәк.
Читайте нас: