Бөтә яңылыҡтар
6 Июнь 2019, 17:52

21 йәшкә тиклем - бала!

Рәсәйҙә балалыҡ йылдарын 21 йәшкә тиклем оҙайтырға уйлайҙар.

Рәсәйҙә балалыҡ йылдарын 21 йәшкә тиклем оҙайтырға уйлайҙар. Әле 18 йәшкә сә балиғ булмағандар рәтенә инһәң, алдағы йылдарҙа 21 йәшкәсә бала булып йөрөүең бар. Ҡыҙыҡ кеүек булһа ла бының нигеҙендә йәш быуын тураһында хәстәрлек ята. Петербургта үткән Халыҡ-ара иҡтисад форумында Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ министры урынбаҫары Татьяна Яковлева:
– Беҙҙе иң беренсе сиратта үҫмерҙәрҙең иҫерткес эсемлектәр эсеүе, тәмәке тартыуы борсой. Ә 21 йәшкә тиклем насар ғаҙәттәрҙән тыйыу уларҙың, буласаҡ әсәй һәм атайҙарҙың, һаулығына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, – тип белдерҙе. Тимәк балалыҡ йылдарын оҙонайтыу бигерәк тә спиртлы эсемлектәрҙе, тәмәкене 21 йәше тулмағандарға һатмау өсөн кәрәк. Бик хуп.
Читайте нас: