Киләһе аҙнала Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙасаҡ. «Торатау» конгресс-холы артындағы «Ватан» этнопаркында береһенән-береһе сағыуыраҡ байрамдар ойоштороласаҡ. Сара 12 июндә милли кейемдәр парады менән башлана. Шул уҡ көндө «Дуҫлыҡ хороводы» һәм Надежда Бабкина ҡатнашлығында «Рәсәй йырҙары» фестиваль марафоны үтә. Төрлө илдәрҙән танылған коллективтар сығыш яһаясаҡ «Этнотөн» дә һеҙгә оҡшар.
13 июндә иһә симфоник оркестрға ҡушылып, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, илдең бүтән опера һәм балет театрҙары солистары сығыш яһаясаҡ. Тәүге тапҡыр «Евразия йөрәктәре» балы үтәсәк.
14, 15 июндә иһә республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған «Алға, Башҡортостан!» тамашаһы һәм ҙур Гала-концерт көтөлә. Радик Юлъяҡшин, Алһыу, Валерий Меладзе кеүек йондоҙҙар ҙа ҡатнашасаҡ, тиҙәр. Алға, дуҫтар, байрамға рәхим итегеҙ!