Бөтә яңылыҡтар
6 Июнь 2019, 12:11

Samsung IT-мәктәбендә уҡығың килһә...

Иртәгә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында Samsung IT-мәктәбе тантаналы асыласаҡ. Ул Samsung компанияһы ярҙамында булдырылып, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында тормошҡа ашырыла.

Иртәгә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында Samsung IT-мәктәбе тантаналы асыласаҡ. Ул Samsung компанияһы ярҙамында булдырылып, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында тормошҡа ашырыла. Бында мәғлүмәти технологиялар һәм программалау нигеҙҙәре буйынса бушлай өҫтәмә белем бирелә. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы «Тол-тек» технопаркы программаның операторы булып тора.
IT-мәктәбендә уҡыусыларға 5 уҡыу модуле тәҡдим ителә. Программаны уңышлы үткәндәргә Samsung компанияһының сертификаттары бирелә. Әйткәндәй, 2018/19 уҡыу йылында был мәктәпкә 20 уҡыусы ҡабул ителеп, 12-һе курсты уңышлы тамамлаған.
Сентябрь айында IT-мәктәбе тағы уҡыусылар йыясаҡ. Унда ҡабул итеү һынауҙары ике этаптан тора: тәүҙә онлайн-тест үткәрелә, унда тейешле балл йыйғандар технопаркка икенсе турға саҡырыла.
Читайте нас: