Бөтә яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 11:17

Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үтә

19 - 20 июндә республикабыҙҙа «Әй ауазы» төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үтәсәк.

19 - 20 июндә республикабыҙҙа «Әй ауазы» төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үтәсәк. Уны Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Мәсетле районы хакимиәте Рәсәй Президенты грантына ойоштора. Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына бағышланған бәйге Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында була, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау йолаларын һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Ярыш ике турҙа, ике йәш категорияһында уҙасаҡ: 16 йәшкәсә һәм 16 йәштән өлкән. Конкурс барышында түңәрәк өҫтәлдәр, тантаналы концерт та көтөлә.
Ғаризалар 10 июнгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 19, район мәҙәниәт йорто, e-mail: [email protected], Худякова Лариса, тел. (34770) 2-10-94; 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, республика халыҡ ижады үҙәге, e-mail: [email protected], Йыһангирова Элита, тел./факс 8 (347) 289-65-50.
Читайте нас: