Бөтә яңылыҡтар
9 Июнь 2019, 11:10

Милли проект буйынса 40-тан ашыу объект сафҡа инә

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл Башҡортостанда 40-тан ашыу социаль объект асыласаҡ, тип белдерҙе Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында «Рәсәй – 24» телеканалы эфирына Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл Башҡортостанда 40-тан ашыу социаль объект асыласаҡ, тип белдерҙе Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында «Рәсәй – 24» телеканалы эфирына Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, 2019 йылда 22 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, унлаған фельдшер-акушерлыҡ пункты, шулай уҡ бассейндар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары үҙ ишектәрен асасаҡ.

– Беҙҙе "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бигерәк тә ҡыҙыҡһындыра. Бер яҡтан, ул кешеләр сәләмәтлеген хәстәрләһә, икенсе яҡтан, оҙаҡ йәшәүҙе хәстәрләй, – тине ул.

Әйткәндәй, республика 2024 йылға тиклем 12 йүнәлештәге милли проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 170 миллиардтан ашыу аҡса аласаҡ.


Читайте нас: