Рәсәй Президенты Владимир Путин оҙаҡламай яһалма интеллект технологияларын үҫтереү милли стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса Указға ҡул ҡуясағы тураһында әйтте. Был хаҡта ул Петербургта уҙған халыҡ-ара иҡтисад форумында белдерҙе. Рәсәй лидеры фекеренсә, дәүләтебеҙ был өлкәлә лидерҙар рәтендә булырға тейеш.