Июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Атайҙар көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдиме менән икенсе тапҡыр «Атай менән эшкә» тигән үҙенсәлекле акция ойошторола. Йәғни атайҙар балаларын эш урынына алып килеп, үҙҙәренең эшмәкәреге менән таныштыра, экскурсия үткәрә ала. Был сара, беренсенән, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булһа, икенсенән һөнәр һайлау мәсьәләһендә ярҙам итә, шулай уҡ атай абруйын да күтәрә.