Бөтә яңылыҡтар
10 Июнь 2019, 11:45

«Дүшәмбенән түгел, ә бөгөндән башларға кәрәк»

Рәсәйҙә «Демография» һәм «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекттары старт алды. Улар халыҡ һанын күбәйтергә, ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткерергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай ҙа кешенең сәләмәт булыуы күпмелер кимәлдә үҙенән дә тора.

Рәсәйҙә «Демография» һәм «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекттары старт алды. Улар халыҡ һанын күбәйтергә, ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткерергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай ҙа кешенең сәләмәт булыуы күпмелер кимәлдә үҙенән дә тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 60 процент беҙҙең үҙебеҙҙе тотошобоҙға бәйләнгән. «Йәмәғәтселек һаулығын нығытыу» федераль проекты «Демография» милли проектына ла индерелгән.

Әйткәндәй, Рәсәй етәкселәре һәм спортсылары, шулай уҡ Берләшкән Милләттәр ойошмаһы генераль секретаре үҙҙәренең буй-һындарын нисек тотоуҙарын, Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәрҙе һаулығына нисек яуаплы ҡарарға өйрәтергә кәрәклеген һөйләне.

– Спорт менән даими рәүештә шөғөлләнергә тырышам. Аҙнаһына ике тапҡыр спорт залға йөрөйөм, ҡышҡыһын конькиҙа шыуам. Йәйгеһен теннис уйнайым. Мин спорт кешеһе, спортты бик яратам. Һәүәҫкәрҙәрҙең турнирҙарында ла йыш ҡына ҡатнашам, – ти Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәт вице-премьеры Ольга Голодец.



Читайте нас: