Яңыраҡ ҡына Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһының фажиғәле үлеп ҡалыуы барыбыҙҙы ла тетрәндергәйне. Күп тә үтмәне, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының IV синыфын тамамлаған уҡыу алдынғыһы Азамат Ғәбделхәмәтов фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы. Хатта ышанғы ла килмәй. Шундай шәп, аҡыллы, талантлы малай ине! Гәзибеҙҙең 15-се һанында уның иҫ китмәле ижад емештәре хаҡында ла яҙып сығарғайныҡ. Бик ҡыҙғаныс... Берәүгә лә бала ҡайғыһы күрергә яҙмаһын.
Гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе һәм тоғро дуҫыбыҙ, 140-сы гимназия директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Гөлниса Йәғәфәр ҡыҙы Яныбаеваның оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай ғаиләгеҙгә сабырлыҡ, түҙемлек бирһен.