Бөтә яңылыҡтар
10 Июнь 2019, 19:29

Наҙгөл Отузова «Во Весь Голос» телевизион проектында йырлаясаҡ

Талантлы йәш йырсыларыбыҙҙың береһе Салауат районы Янғантау ауылынан IX синыфты тамамлаған Наҙгөл Отузова «Во Весь Голос» телевизион проектында йырлаясаҡ.

Талантлы йәш йырсыларыбыҙҙың береһе Салауат районы Янғантау ауылынан IX синыфты тамамлаған Наҙгөл Отузова «Во Весь Голос» телевизион проектында йырлаясаҡ. Бик күп ҡатнашыусылар араһынан 10 йырсы ғына һайлап алынған. Наҙгөл Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Белеүегеҙсә, был ҡыҙ «Голос.Дети» проектында ҡатнашты, бик күп йыр конкурстары еңеүсеһе.

Әлеге бәйгенең финалы иһә RU.TV музыкаль телеканалы эфирында 12 июндә көндөҙгө сәғәт 12-лә уҙасаҡ. Уның барышында Тамашасы һөйөүе призына онлайн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Наҙгөл Отузова конкурста үҙе ижад иткән «Ангелы» композицияһын башҡарасаҡ. Йәш йырсыға уңыштар теләйек!
Читайте нас: