Бөтә яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 12:33

«Бөтәһе лә беҙҙән башлана»

Баш ҡалабыҙҙа 14 июндән «Бөтәһе лә беҙҙән башлана» тигән экологик проект старт ала.

Баш ҡалабыҙҙа 14 июндән «Бөтәһе лә беҙҙән башлана» тигән экологик проект старт ала. Ойоштороусылары – «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Гражданлыҡ университеты» проекты сиктәрендә ойошторолған Йәш идаралыҡ мәктәбе тыңлаусылары.

Проект республиканың 100 мәктәбенә иҫәпләнгән, 20 меңгә яҡын баланы йәлеп итәсәк. Өфө, Бөрө, Дүртөйлө, Октябрьский, Салауат ҡалалары, Шишмә ҡасабаһы, Федоровка районынан уҡыусылар ҡатнашасаҡ. Проекттың етәкселәре – Анастасия Воробьева менән Мария Минеева.

Әлеге проект Өфөнөң 103-сө мәктәбенән башланасаҡ. Сөнки сараны ойоштороусыларҙың бында экология буйынса акциялар, асыҡ дәрестәр үткәргәне бар ине. Экологик проект сиктәрендә күңелле байрам саралары ла ҡаралған.
Читайте нас: