RAEX агентлығы рейтингы буйынса Башҡортостандың 3 университеты илдең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән. Улар – Өфө дәүләт нефть техник университеты (56-сы урын), Башҡорт дәүләт медицина университеты (65-cе урын), Өфө дәүләт авиация-техник университеты (99-сы урын).
Ә Рәсәй буйынса иң шәптәре – Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү физика-техник институты һәм Мәскәү инженер-физик институты.
Проект барышында Рәсәйҙең 158 юғары уҡыу йортонан 50 меңдән ашыу студент анкета һорауҙарына яуап биргән. Студенттар фәнни эҙләнеүгә йәлеп ителеүҙәрен вуздың көслө сифаты тип иҫәпләй икән. Ә көсһөҙ яғы тип Рәсәй юғары уҡыу йорттарының эш биреүселәр менән бәйләнеше насар булыуын билдәләгәндәр.