Бөтә яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 12:02

«Сал Урал легендалары»

Республикабыҙҙың 100 йыллығына, Рәсәйҙәге Театр йылына арнап Башҡортостанда «Сал Урал легендалары» тигән асыҡ конкурс-фестивале үтә. Ул «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» төбәк проекты сиктәрендә ойошторола.

Бәйгелә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән балалар музыка, хореография, һынлы сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, мәҙәниәт йорто, белем усаҡтары, балалар һәм үҫмерҙәр ижади үҙәктәрендәге ижади коллективтар, шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр, мәҙәниәт өлкәһендә һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡығандар ҡатнаша ала. Фестиваль ике номинация буйынса уҙғарыла: «Легенданың сәхнә тамашаһы», «Легенда һынлы сәнғәттә». Яңғыҙ ҙа, күмәк коллектив менән дә ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Мәҙәниәт министрлығының республика уҡыу-методик үҙәгенең рәсми сайтында белә алаһығыҙ.

Читайте нас: