Бөтә яңылыҡтар
13 Июнь 2019, 12:02

«Ирекмәндәр – балаларға»

«Ирекмәндәр – балаларға» Бөтә Рәсәй акцияһын Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, төрлө ведомстволар булышлығында ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды ойоштора.

«Ирекмәндәр – балаларға» Бөтә Рәсәй акцияһын Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, төрлө ведомстволар булышлығында ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды ойоштора. Уның девизы – Балалыҡ ун йыллығына булышлыҡ итеү, маҡсаты – балалар һәм балалары булған ғаиләләрҙең тормошон яҡшыртыу. Рәсәйҙә был акция 15 майҙан алып 15 сентябргә тиклем уҙғарыла. Унда балалар, ғаиләләр, мәктәптәге ирекмән отрядтары, «көмөш» ирекмәндәре, сауҙа һәм сауҙа булмаған ойошмалар һәм башҡалар ҡатнаша ала. Бының өсөн ойоштороусылар исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Акция сиктәрендә төрлө саралар, интернет-марафондар үткәреләсәк. Иң аҙаҡ төбәк лидерҙары билдәләнеп, дипломдар менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: