Их, каникул, иң күңелле мәлдәр! Әммә үтеп киткәнен тағы һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ инде. Ә һеҙ 1 сентябрҙән ниндәй түңәрәктәргә яҙылыу тураһында уйланығыҙмы әле? Ниндәйҙер секция йәки түңәрәктә шөғөлләнеү яҡшы уҡыуға ыңғай йоғонто яһағанын беләһегеҙҙер инде. Юғары иҡтисад мәктәбе фәнни тикшеренеү университеты социологтары үткәргән һораулама ла быны иҫбатлай. Улар Санкт-Петербург, Псков ҡалалары һәм Ленинград өлкәһе мәктәптәренең 5 мең 500 IX синыф уҡыусыһы менән һөйләшкән. Эксперттар әйтеүенсә, төрлө йүнәлештәге студияларҙа шөғөлләнгән балаларҙың уңыштары юғарыраҡ була икән. Мәҫәлән, бер генә түңәрәккә йөрөгән баланың ярты йыллыҡҡа уртаса балы – 4,07, икәүгә йөрөгәненең – 4,14. Ә бөтөнләй бер студияла ла шөғөлләнмәгән балаларҙың уртаса балы 3,93 кенә икән.