Бөтә яңылыҡтар
17 Июнь 2019, 19:05

Балаң баҡсаға барамы?

Хәҙерге ваҡытта сабый тыуыу менән балалар баҡсаһына сиратҡа ғариза яҙыуға бер кем дә аптырамай.

Хәҙерге ваҡытта сабый тыуыу менән балалар баҡсаһына сиратҡа ғариза яҙыуға бер кем дә аптырамай. Яҙаһың да әйҙә көтәһең, билдәһеҙлек, ҡасан, ҡайҙа, ниндәй төркөмдән урын бирерҙәр? Туҡта, күңелле яңылыҡ тураһында яҙалар түгелме? 21 июндән Башҡортостанда мәктәпкәсә балалар учреждениеларына сират асыҡ буласаҡ. Йәғни исемлекте теләгән кеше интернеттан инеп ҡарай аласаҡ. «Ошо аҙнаның аҙағына уҡ ата-әсәләр балаларының ниндәй баҡсаның ҡайһы төркөмөнә йөрөйәсәге тураһында мәғлүмәтте күрәсәк. Бынан һуң ошо турала белер өсөн сираттарҙа баҫып торорға тура килмәйәсәк,» – тип белдерҙе республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин.

Әле республикала 3 йәшкә тиклемге 2 мең 678 бала сиратҡа яҙылған. 2021 йылға бәләкәстәрҙең бөтәһен дә балалар баҡсаһына урынлаштырыу планлаштырыла.
Читайте нас: