Социологтар тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килгән: Рәсәйҙә балалар 18 йәшенә етмәҫ үк тәүге эш тәжрибәһе алырға теләй икән. Йәғни,18 йәшең тулыуға һин ҡайҙалыр үҙаллы аҡса эшләгән булырға тейешһең. Ата-әсәйең быға шат булыр ине.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусы 1 мең 500-ҙән ашыу кешенең 83 проценты үҫмерҙәргә ниндәйҙер эш биреү яҡлы. Өҫтәүенә, социологтарға яуап ҡайтарыусыларҙың 74 проценты 18 йәшкә тиклем эшләгән. Кемеһе – колхоз-совхозда (14 проценты), кемеһе – заводтарҙа (8 проценты), кемеһе – сауҙа өлкәһендә (7 проценты). Эштән берәү ҙә үлмәгән, ти ололар.
Ә ни өсөн балағыҙҙың иртә эшләүен теләйһегеҙ? – тигән һорауға яуаптар: беренсенән, аҡсаһы була, икенсенән, хеҙмәткә өйрәнә, өсөнсөнән, кеше хеҙмәт төшөнсәһен ихтирам итә башлай, дүртенсенән, телефонға йә компьютерға текәлеп ултырмай. Шул уҡ ваҡытта балалар уҡырға тейеш, тиеүселәр ҙә күп икән. Былай ҙа мәктәптә дәрестәр етерлек. Өлгөрөрҙәр әле. Һәр нәмәнең үҙ мәле бар.