Личи ашағанығыҙ бармы, дуҫтар? Хәҙер супермаркеттарҙа нимә генә һатылмай. Әммә үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләккә етмәй, шулай бит? Ана, Һиндостанда шул личи емештәрен ашап, 10 көн эсендә 50 баланың ғүмере өҙөлгән. Бөтә балаларҙа ла киҫкен энцефалит билдәләре барлығы асыҡланған, ныҡ ағыуланыуҙары сәбәпле ҡандарында шәкәр ҙә ныҡ кәмегән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусыларҙың күбәйеүе лә ихтимал. Әле табиптар тағы бер нисә баланың ғүмере өсөн көрәшә.
Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бында личиның бер ғәйебе лә юҡ. Урындағы эшҡыуарҙар ҙур табыш алабыҙ тип, был ағастар сәскә атҡан ваҡытта һеркәләндерер өсөн иң осһоҙ, үҙ сиратында ағыулы препараттарҙы ҡуллана, ә ул аҙаҡ емеш менән бергә бала организмына эләгә лә инде. Бик ҡыҙғаныс хәл.